0%

Йылы ямғыр(хикәйә). Рәшит Солтангәрәев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йылы ямғыр ( хикәйә )
автор Рәшит Солтангәрәев
.Нәшер ителгән: 2006 йыл йыл. Сығанаҡ: "Башҡорт теле".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",2006 йыл


Йылы ямғыр


 Булат Амантаев Биғәнәш тауының иң бейек түбәһенә менеп етте. Бынан байтаҡ ер күренә.
Зәңгәр күктә мөләйем ҡояш йөҙә. Алыҫта урман йәшәреп күренә. Урмандың бирьяғында ер һөрәләр. Бейектә һабан турғайы һайрай. Һайрай ҙа һайрай, ә үҙе күренмәй. Кем өсөн һайрай ул ҡош?
Булат ҡошсоҡто эҙләй башланы. «Һабан турғайын күргән кеше бәхетле була», — ти торғайны өләсәһе. Ана, ана ул турғай! Берсә күккә, юғарыға сөйөлә, берсә таш булып түбән оса. Йәнә атыла, шаяра, уйнай, шатлана...
Ҡапыл ниҙер гөрһөлдәне. Күк күкрәй бит! Булат бала саҡтағы бер ғәҙәтте иҫенә төшөрҙө. Тәүге күкрәүҙе ишетеү менән, ергә ятып аунаһаң, кеше йыл буйына ауырыуҙың ни икәнен дә белмәй.
Ҡояшлы ямғыр тыныс ҡына һибәләй башланы. Анау яулыҡтай ғына болоттан шулай яуған буламы? Ҡапыл «күрһәтәйем әле, мине һанламаһаң» тигәндәй, тотондо шауларға! Һай, матур ҙа ҡоя! Көмөш тамсылар бик юғарынан ялтырап киләләр ҙә бер-бер артлы әллә ҡайҙа түбәнгә төшөп һүнәләр. Әйтерһең дә, терегөмөш ҡойола!
Ҡояшлы ямғыр ерҙе ҡамсылай. Ә шыйыҡ болот киҫәге кәмемәй ҙә. Әйҙә, яуһын! Ямғыр шундай йылы — сисен дә йыуын. Ямғыр Булатты ҡыуа, ә тегеһе, лыс һыу булһа ла, китмәй, еңмеш бала кеүек тора бирә. Һәр кем үҙенекен һүҙ итергә тырыша.

 


2006 йыл